Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Июля 2024, 15:48

Ҡанундар сығарыу өлкәһендә йәштәр ҙә әүҙем эшләй

Йәш парламентарийҙар форумында ҡатнашыусылар төрлө секция ултырышында закон башланғыстарын әҙерләне.

Ҡанундар сығарыу өлкәһендә йәштәр ҙә әүҙем эшләйҠанундар сығарыу өлкәһендә йәштәр ҙә әүҙем эшләй
Ҡанундар сығарыу өлкәһендә йәштәр ҙә әүҙем эшләй

Бөгөн Өфөлә үткән закондар сығарыу өлкәһендә йәштәр форумында биш секция эшләне. Уларҙың темаһы төрлө ине: «Йәштәр парламентаризмы», «Башҡортостан Республикаһында йәш белгестәргә булышлыҡ итеү», «Ирекмәнлек: проблемалар һәм үҫеш  перспективалары», «Йәш ғаилә: төҙөү, һаҡлау, ишәйтеү», «Төбәктең етештереү-иҡтисад үҫешендә йәштәр потенциалы».

Был секцияларҙа закон башланғыстары буйынса эшләнеләр. Форумдың пленар өлөшөндә улар буйынса фекер алышыу булды.

Тәҡдимдәрҙе тикшереүҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Түбәнге Новгород өлкәһе Закондар Сығарыу Йыйылышы Рәйесе, Волга буйы федераль округы субъекттарының дәүләт власы Закондар сығарыу органдары Ассоциацияһы координаторы Евгений Люлин, Башҡортостан һәм Түбәнге Новгород өлкәһе парламенттары депутаттары, шулай уҡ республиканың һәм өлкәнең йәштәр парламенттары етәкселәре Зарина Ғәзизова һәм Татьяна Баранова, төрлө кимәлдәге йәштәр берләшмәләре вәкилдәре ҡатнашты.

Ултырыш башында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы менән Түбәнге Новгород өлкәһе Закондар Сығарыу Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр парламенты араһында хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы үтте. Документҡа йәштәр парламенттары рәйестәре Зарина Ғәзизова Һәм Татьяна Баранова ҡул ҡуйҙы. Форумда тәҡдим ителгән закон башланғыстары, атап әйткәндә, студент ғаиләләрен торлаҡ менән тәьмин итеүгә, ирекмәндәрҙе дәртләндереүгә, күп балалы ата-әсәләргә, йәш эшҡыуарҙарға ярҙам итеүгә ҡағылды. Форумға йомғаҡ яһап, Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев башҡарылған эштең юғары һөҙөмтәлелеген билдәләне һәм норматив характерҙағы һәр тәҡдимде уларҙы ғәмәлгә ашырыу мөмкинлектәре менән нығытыуҙарын теләне.

Фото: Участники II Республиканского молодежного законотворческого форума выработали законодательные инициативы (gsrb.ru)

 

Ҡанундар сығарыу өлкәһендә йәштәр ҙә әүҙем эшләй
Ҡанундар сығарыу өлкәһендә йәштәр ҙә әүҙем эшләй
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас