Юғалған үҫмерҙе эҙләүгә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары ҡушыла. Бәхеткә күрә, бала бөгөн полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ташландыҡ йортта табыла.
Бала ҡайҙалыр барғанда, уның ҡайҙа юлланыуын, кемдәр менән барыуын, ҡасан ҡайтыуын асыҡлағыҙ. Шулай уҡ мотлаҡ бәйләнештә булырға ла һөйләшеп килешегеҙ.