Өс-дүрт ҙур тауыҡ бото (филе, түшкәһе лә ярай), 200 грамм сыр, ике баш һуған, ике кишер, ике ҡалаҡ үҫемлек майы, тоҙ, борос, тәмләткестәр, 300 - 350 г ҡарабойҙай ярмаһы.
Һуғанды турарға, кишерҙе эре ҡырғыста ҡырырға (йәки нисек оҡшай, шулай). Итте турап, тоҙлап, борослап, тағы ниндәй тәмләткес яратаһығыҙ, шуны ҡушырға.
Һуғанды ҡыҙарғансы ҡыҙҙырып, уға кишерҙе ҡушып, тоҙлап, бер аҙ ҡыҙҙырырға һәм бешереү өсөн формаға һалырға. Өҫтөнә тәүҙә – тауыҡ итен, унан ҡарабойҙайҙы һалып тигеҙләргә. Һурпа булһа (600 мл самаһы), ярманың өҫтөнә ҡойорға. Булмаһа, ябай һыу ҙа ярай. Уны ҡайнатып ҡойорға.
Форманы фольга менән ҡапларға һәм 180 градусҡаса эҫетелгән духовкаға 40 минутҡа ултыртырға. Ҡарабойҙай бешергә тейеш.
Сырҙы масса өҫтөнә ҡырып, фольгаһын кире ябып (ул сырҙы баҫмаһын), температураны 160 градусҡа тиклем кәметеп, тағы 10 минут бешерергә.
Тәмле булһын!