Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Июля 2024, 08:00

Тағы ла ирҙәр...

Өфөлә Азатлыҡ урамында фатирҙа янғын сыҡҡан. Подъездан 17 кеше эвакуациялана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты һүндереү барышында 1940 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла. Янғын сәбәптәре асыҡлана, урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе эшләй.

Тағы ла ирҙәр...Тағы ла ирҙәр...
Тағы ла ирҙәр...

Төндә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәренә Иглин районының "Төҙөүсе-2" баҡса ширҡәтендә янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Янғын һүндереүселәр адрес буйынса килеп етеүҙәренә баҡса йорто тотошлай ут эсендә була.

Янғынды һүндереү барышында 1965 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла. Фажиғәне тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе үткәрә. Ут тәмәкенән сығыуы мөмкин.

Уҙған тәүлектә 21 янғын теркәлгән.

Фото: МЧС РБ.

Тағы ла ирҙәр...
Тағы ла ирҙәр...
Тағы ла ирҙәр...
Тағы ла ирҙәр...
Тағы ла ирҙәр...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас