Стәрлетамаҡта бөгөн көндөҙ Артем урамындағы 150-се йорттоң икенсе ҡатында көнкүреш газы менән һаҡһыҙ эш иткәндә шартлау була. Ете кеше зыян күргән, уларҙың икәүһе - балалар. Стәрлетамаҡ хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, бер кеше вафат булған. Ваҡиға урынында оператив штаб булдырылған, уны ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов етәкләй. Ҡаланың бөтә ашығыс хеҙмәттәре эшләй: авария-ҡотҡарыу хеҙмәте, өс берәмек янғын һүндереү техникаһы һәм өс берәмек ашығыс ярҙам. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Видео: Mash Batash телеграм-каналы.
Фото: МЧС РБ.