Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Июль 2024, 16:00

Ҡояш кеүек бала ине

Был шиғыр бер йыл элек йөрәге тибеүҙән туҡтаған талантлы бейеүсе, яугир Илнар Хәтмуллинға бағышлана. Ҡояш кеүек бала ине Йөҙөнән нур һибелде Йәшәүгә дәртләндерҙе лә Эй, оҫта бейей белде. Бейеү серен өйрәнгәндә "Осҡон"дан осҡон алды. Игзаковты бейеүҙәре Хәтерҙә уйылып ҡалды. Генералды һынландырып Атаһы менән бейене. Һалдат булыу, бәлки, шул саҡ Сүкегәндер мейене. Ут сәсрәтеп бейегәндә Сылбырлы күн ситеген. Алыштырҙы яуҙыҡына Кейҙе һалдат итеген. Тыуған ере оҙатҡанда Бейене лә бейене. Туҡтауһыҙ бейене, гүйә, Ҡағылған бейеү ене. Атайсалы Ирәндектә Ҡанат нығытҡан бөркөт. Һыу һөлөгө кеүек егет Ҡалманы һис тә өркөп. Иле өсөн ғүмерен бирҙе Яуға - алға ынтылды. Селпәрәмә килде яҙмыш Тимер ярсыҡ онталды. Өмөтләнеп көткән инек Иҫән-имен ҡайтырын. Ҡапыл юғалттыҡ йондоҙҙо, Юғалттыҡ ил Батырын. Атылды ла һүнде йондоҙ Ҡалдырып тик яҡтыһын. Ҡәһәрле һуғыш урланы Егеттең иң яҡшыһын. Йөрәк әрней, күңел һыҡтай Һағыш үҙәкте өҙә. Күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғы Инде нисәнсе өйҙә. Зар илай дуҫтар, туғандар Атай-әсәй, кәләше. Яраларға дауа булмаҫ Бер кемдең дә кәңәше. Ожмах ҡошона ожмахтың Ҡапҡалары асылһын... Ҡәҙерле кешеләренең Ҡайғылары баҫылһын. Бейеү ҡанаттары ҡуйыр Рух ҡошо - атай юлы. Нәҫел ептәрен нығытып, Үҫер бейеүсе улы. Хәтмуллин Илнар исемен Мәңгеләштерер ҡалам. Талант, батырлыҡ өлгөһө Һәр саҡ хәтерҙә ҡала. Әлнисә Алдырханова

Ҡояш кеүек бала инеҠояш кеүек бала ине
Ҡояш кеүек бала ине

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас