"Этномәҙәниәт мозаикаһы" сараһы былтыр тәүгә ойошторолоп, күптәргә оҡшаған һәм быйыл тағы үтте.
Этноауылда биш тирмә һәм милли йорттар ҡоролғайны, тип яҙалар район хакимиәтенән. Башҡорттар, рустар, мордвалар, татарҙар һәм сыуаштарҙан торған ижади коллективтар Салауат, Мәләүез, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Федоровка, Шишмә, Көйөргәҙе, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Бишбүләк райондарынан килгән.
Бик матур бай йөкмәткеле сара булды, күп нәмә белдек, халыҡтарҙың татыулығына тағы бер ҡабат һоҡландыҡ, ти тамаша ҡылыусылар.
Фото: Федеоровка районы хакимиәтенән.