28 июндә ашығыс хеҙмәттәргә Нуриман районының Сатлыҡ ауылында 1948 йылғы ҡатындың юғалыуы тураһында хәбәр килә. Туғандарының әйтеүенсә, деменция менән сирләгән ҡатын иртә таңдан урман яғына ҡарай юллана ла, юғала...
Эҙләүҙәр дүрт көн дауам итә.
Ҡатынды эҙләүҙә Павловка ауылындағы Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары, полиция хеҙмәткәрҙәре, урындағы халыҡ һәм ирекмәндәр ҡатнаша. Эшкә шулай уҡ кинологтар йәлеп ителә. Бәхеткә күрә, оло йәштәге ҡатынды бөгөн иртән урмандағы иҫке делянкала улы һәм урындағы егерь таба. Хәлдән тайған ҡатын медицина ярҙамына мохтаж булған.
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.