+30 °С
Болотло
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Июль 2024, 16:00
Улым ҡайтты
Иҫән генә ҡайтты балаҡайым, Тик ... танымай торҙом мин уны. Йөрәк менән һиҙәм үҙгәргәнен, Әүәлгесә бары буй-һыны. Имен ҡайтыу шатлыҡтары түгел, Борсолоуҙар сыҡҡан йөҙөнә. Оло һынлы, яугир олатайҙай, Йәп- йәш кенә егет көйөнә. Йәшкәҙәгән күҙҙәрендә тойҙом Әйтелмәгән әрнеү, һағышты. Әсенәлер инде балаҡайым Уйлап һаман барған һуғышты. Алсаҡ йөҙҙәре лә ҡырыҫланған, Йонсоу баҫҡан шаян егетте. Күңеле лә ҡатҡан икән, тиһәм... Йылмайыуы шигем иретте. Ҡыҫып ҡосаҡлауы элеккесә, Күкрәгемә һалып баштарын. Ҡайғырмайым инде улым өсөн, Һөртәм бары шатлыҡ йәштәрен. Оҙат мине, әсәй. Тыйма мине, әсәй, ҡаршы төшмә, Юлдарымды быуып илама. Тыныс ҡына оҙатып ҡал мине, Ауыр уйҙар бер үк уйлама. Беләм, әсәй, еңел түгел һиңә. Ялға түгел, яуға китәмен. Мин бирешмәм, еңеү яулап ҡына Ҡайтырмын, тип өмөт итәмен. Ышан миңә, алған бурысымды Мин үтәрмен, йөҙөң ҡыҙартмай. Оҙаҡлармын, бәлки, ҡайтып булмаҫ Бар Ер шарын сүптән таҙартмай. Һинең ышанысың миңә күсер, Изге доға булып өндәшер. Әсәкәйем, бары һинең теләк Маҡсатына етеп өлгәшер. Ә әлегә... оҙатып сыҡ мине Ҡапҡа төптәренә еткәнсе. Тыныс ҡына ҡарап, ҡулың болға Ауыл ҡапҡаһынан үткәнсе.
Улым ҡайтты
Сығанаҡ: "Ватандаш" төркөмө.
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"