Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәләүез ҡалаһы буйынса бүлегенә 1995 йылғы ир ғариза менән мөрәжәғәт итә. Ир, февралдән башлап, аҡсаны инвестицияларға һала, әммә кире сығара алмай. "Кураторҙар" ҙа юғала. Шул саҡта ғариза биреүсе үҙенең мутлашыусылар менән бәйләнешкә ингәнен аңлай. Ул енәйәтселәргә кредитҡа алынған 3,5 миллион һум аҡсаны күсергән.
Илеш районынан 53 йәшлек ир ҙә муттар тоҙағына эләккән. 2023 йылдың авгусынан уға билдәһеҙ кеше шылтырата, ул үҙен ҙур фирма хеҙмәткәре тип таныштыра. Инвестиция платформаһында юғары табыш алыу һылтауы аҫтында, мутлашыусылар иргә иҫәп асырға һәм шунда аҡса һалырға тәҡдим итә. Шулай итеп улар ирҙең өс миллион һумға яҡын аҡсаһын урлай.
Хөрмәтле граждандар, уяу булығыҙ һәм таныш булмаған номерҙарға ышанмағыҙ. Аҡсаларығыҙҙы һаҡлағыҙ һәм шик тыуҙырған инвестицияларҙан һаҡ булығыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, уяулыҡ һәм һаҡлыҡ - мутлашыуға ҡаршы көрәштә һеҙҙең иң яҡшы союздаштарығыҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.