Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Июнь 2024, 16:30

Көнбағыш менән дауаланыу

Быуындар һыҙлауынан көнбағыш та ярҙам итә. 

Көнбағыш менән дауаланыуКөнбағыш менән дауаланыу
Көнбағыш менән дауаланыу

 

Йәйҙең икенсе яртыһында, көнбағыштың емештәре барлыҡҡа килә башлағас, уның башын ҡырҡып алып, бәләкәй киҫәктәргә бүлгеләп, быяла банкаға тултырырға. Шунда уҡ бер ус ваҡланған  һабын ( балалар өсөн тәғәйенләнгәне яҡшыраҡ)  өҫтәргә һәм өҫтөнә араҡы ҡойоп, ҡапҡасын яҡшы итеп ябып,  9 көнгә яҡты урынға ҡуйырға.  Һуңынан һөҙөп, һығып алырға һәм һыҙлаған быуындарҙы ыуырға. Ревматизмдан, радикулиттан файҙаһы тейә.

Көҙгөһөн көнбағыштың тамырын ҡулланырға мөмкин.  Йыуып, киптереп, фасоль ҙурлығында ваҡларға һәм эмалле һауытҡа бер стакан ошо тамырҙы һалып, 3 л һыу өҫтәргә  һәм 2 – 3 минут ҡайнатырға.  Төнәтмәне 2 – 3 көн буйы сәй урынына эсергә.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас