Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Июнь 2024, 16:30

Быуындар һыҙлауын керән дә баҫа

Дауаланыу өсөн уның япрағын файҙаланалар, шулай уҡ төнтәмәһен дә әҙерләп эсәләр. 

Быуындар һыҙлауын керән дә баҫаБыуындар һыҙлауын керән дә баҫа
Быуындар һыҙлауын керән дә баҫа

Бының өсөн  1 кг керәнде ит үткәргес аша үткәреп, 4 л һыу ҡойорға һәм 5 минут ҡайнатырға.  Һыуынғас,  0,5 кг бал өҫтәргә.  Төнәтмәне бөткәнсе ҡәҙәр көнөнә берәр стакан эсергә. Дауалау курсын йылына ике тапҡыр –  яҙғыһын һәм көҙгөһөн үткәрергә.  Төнәтмәне һыуытҡыста һаҡларға.

Яңы ҡаҙып алынған керән тамырын ваҡлап, 2 – 3 сәғәткә ауыртҡан быуынға ябырға мөмкин. Тире артыҡ нескә булһа, тамыры урынына япраҡтарын ҡулланырға ҡушыла.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас