Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Июнь 2024, 14:00

Белорет районындағы хәл буйынса

Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта райондағы хәлдәр тураһында мәғлүмәт менән бүлешеп, үткән тәүлектә Инйәр, Оло Инйәр йылғаларында, шулай уҡ уларҙың ҡушылдыҡтарында һыу кимәленең айырыуса ҡырҡа күтәрелеүе, һыуҙың күтәрелеүе өс метрҙы тәшкил итеүе тураһында яҙҙы.

Белорет районындағы хәл буйынсаБелорет районындағы хәл буйынса
Белорет районындағы хәл буйынса

- Инйәр ауылында бер нисә участканы өлөшләтә һыу баҫҡан, Инйәр ауыл советы биләмәһендәге тораҡ пункттарҙа күперҙәр эргәһендә юл япмаһы юйылған, Инйәр-Арышпар юлы аша һыу ағып сыҡҡан, күпер йыуылған, - тип белдерә хакимиәт башлығы. - Хеҙмәттәр даими мониторинг алып бара, электр селтәрҙәре белгестәре хәл-торошто күҙәтә, электр энергияһының оҙаҡ өҙөлөүенә юл ҡуймаҫ өсөн, бағаналарҙы нығыталар. Әле һыу кимәленең түбәнәйеү тенденцияһы күҙәтелә. Бөтә ыңғай барһа, 24 сәғәт эсендә йылғаларҙың түбәнәйеүе көтөлә. Һыу кәмегәс тә ремонт-тергеҙеү эштәре башланасаҡ.

Әйткәндәй, был турала алдан яҙып, сәфәрҙәрҙе кисектереп тороуҙы һорағайныҡ: https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-06-29/s-f-r-r-e-kisekterep-toro-o-3829067

Фото: А.Иванютаның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Белорет районындағы хәл буйынса
Белорет районындағы хәл буйынса
Белорет районындағы хәл буйынса
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас