+10 °С
Облачно
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июня 2024, 03:30
Көлөп алайыҡ әле!
25 йәштән 75 йәшкә тиклемге ир-егеттәр йыйылған. Кәңәшләшкәндәр ҙә, һәр береһе ҡатынына телефон аша " Мин һине яратам! " тигән смс-хәбәрҙе ебәрергә булған. 25 йәшлек ирҙең ҡатыны: "Мин дә һине яратам!" - тип яуап яҙған. 35 йәшлек иргә: "Бөгөн дә эстеңме?!"- тигән яуап килгән. 45 йәшлек ир: "Һиңә нимә булды? Һөйәркәләреңде иҫләп ултыраңмы!?" - тигән яуап алған. 55 йәшлек иргә ҡатыны: "Һин берәйһенең номеры менән яңылышманыңмы ул?" - тип яҙып ебәргән. 65 йәшлеккә: "Пенсияла ултыраһың, эшләмәйһең, ҡыйығың китеп бара шикелле", - тигән яуап булған. 75 йәштәгеһенең әбейе улын саҡырып алған да: "Улым, атайың бөтөнләй насарлаған, тиҙҙән китеп барыуы ихтимал. Бер-ике һарыҡты һимертеүгә ҡуй. Әҙер торайыҡ", - тигән ти.
Көлөп алайыҡ әле!
Бер ҡатын кибеттә хушбуй һайлай. Эргәһенә һатыусы килеп:
– Ярҙам кәрәкмәйме? –
ти.
– Кәрәк, – ти ханым, – иремдең иғтибарын йәлеп итерлек хушбуй алғым килә.
– Уға ниндәй еҫ оҡшай һуң?
– Компьютер еҫе килгән хушбуй юҡмы?
Автор:
Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"