Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июнь 2024, 08:20

Иғтибар, тәбиғи ғәрәсәт көтөлә!

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса идаралығы көслө ямғырҙар арҡаһында һыу баҫыу мөмкинлеген фаразлай.

Иғтибар, тәбиғи ғәрәсәт көтөлә!Иғтибар, тәбиғи ғәрәсәт көтөлә!
Иғтибар, тәбиғи ғәрәсәт көтөлә!

Ведомствола алдағы тәүлектә ташҡын һәм дауыл буласағы фаразланған райондарҙы хәбәр итте. Ҡотҡарыусылар аңлатыуынса, йәшен фронты Хәйбулла районынан көньяҡ-көнсығыштан Баймаҡ, Әбйәлил, Белорет һәм Учалы райондарына бара. Бында йорт яны биләмәләрен һыу баҫыу һәм юлдарҙы йыуыу күҙаллана. Белгестәр хәбәр итеүенсә, 28 июндә төндә көслө ямғыр яуыуы, елдең көсәйеүе көтөлә. Көслө ямғырҙарҙың яуыуы йылғаларҙың тиҙ күтәрелеүенә сәбәпсе, шуға ла уларҙың ташыуы ихтимал. Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре халыҡты уяу булырға, һыу баҫҡан йәки хәүеф янаған осраҡта, шунда уҡ 112-се номеры буйынса мөрәжәғәт итергә, документтар һәм ҡиммәтле әйберҙәрҙе йыйырға кәңәш итә. Шулай уҡ тәҙрәләрҙе, вентиляция тишектәрен, газ кранын ябырға һәм электр уты һүндерергә кәрәк. Бынан тыш, малды эвакуациялау урынын әҙерләү зарур.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас