Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июня 2024, 05:30

Елкәләге түмһәләктән нисек ҡотолорға?

35 – 40 йәштән һуң күп кенә ҡатын-ҡыҙҙың елкәһендә май ҡатламы ултырып, түмһәләк барлыҡҡа килә. Уны нисек бөтөрөп була?

Елкәләге түмһәләктән нисек ҡотолорға?Елкәләге түмһәләктән нисек ҡотолорға?
Елкәләге түмһәләктән нисек ҡотолорға?

      Бының өсөн бер стаканға  өс ҡалаҡ  зәйтүн майы, бер  сей тауыҡ йомортҡаһы  һәм шул уҡ күләмдә скипидар менән 6 процентлы уксус һеркәһе ҡушырға. Яҡшы итеп бутағандан һуң, ошо майҙы елкәнең ҡабарып торған урынына  һөртөп, 15 – 20 минут тоторға.  Һуңынан йылы һыу менән сайып төшөрөргә. Ошо процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатлағандан һуң елкәгеҙ элеккесә матур һәм һығылмалы булып ҡалыр.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас