Аралашыу барышында улар бер-береһенә шәрә фотоларын да ебәргән. Һәр хәлдә егет - үҙенекен, ҡыҙ - интернеттан алынғанды. "Портфолио" туплағас, ҡыҙ егетте, шәрә фотоларыңды дуҫтарыңа, таныштарыңа ебәреп таратам, тип ҡурҡытып, аҡса һыҡҡан. Студент 20 мең һум аҡса күсергән. Тик шантаж дауам иткән. Егеткә полицияға мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалмай...
Матур фотолар, ҡыҙ һәм егет авалары артында ниндәй генә бәндәләр йәшеренмәҫ, һаҡ булығыҙ, шәхси мәғлүмәттәр, шул иҫәптән интим фотолар менән дә бүлешмәгеҙ!
Фото: "Мошки" телеграм-каналы.