Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июнь 2024, 11:00

Радий Хәбиров: “Беҙҙә зубрҙар үрсей башланы ла инде...”

Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең 11-се форумында сығыш яһағанда, Башҡортостан Башлығы уртаҡ экологик проект тураһында телгә алды.

Радий Хәбиров: “Беҙҙә зубрҙар үрсей башланы ла инде...”Радий Хәбиров: “Беҙҙә зубрҙар үрсей башланы ла инде...”
Радий Хәбиров: “Беҙҙә зубрҙар үрсей башланы ла инде...”

“Беларусь Президенты Хакимиәте булышлығы менән беҙ Башҡортостанда ҙур экология проектын ғәмәлгә ашыра башланыҡ – зубрҙар үрсетәбеҙ. Элек улар беҙҙә йәшәгән, тик беҙ уларҙы ашағас, Белоруссияға ҡасҡандар. Шуға ла хәҙер кире ҡайтарырға теләйбеҙ. Бөгөн белорус дуҫтарыбыҙ алдында отчет биргем килә. Бәләкәй генә өйөр алғайныҡ – 18 баш. Хәҙер мал башы артты ла инде, зубр балалары тыуҙы. Тик әлегә тота алмағас, орғасымы, үгеҙ малымы икәнен генә белмәйбеҙ. Исем дә ҡуштыҡ. Бына шундай тарих”, – тип һөйләне Радий Фәрит улы.

Фото: архив.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас