Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июня 2024, 10:36

Радий Хәбиров: “Беҙ белорус дуҫтарҙың эшлеклелегенә һәр саҡ һоҡланабыҙ”

Белоруссияның Витебск ҡалаһында Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең XI форумы бара. Унда Башҡортостан делегацияһы ла эшләй. Форумдың секция ултырышында ҡатнашып, Радий Хәбиров Беларус республикаһын беҙҙең төп партнерыбыҙ, төп теләктәштәребеҙ, тип атаны.

Радий Хәбиров: “Беҙ белорус дуҫтарҙың эшлеклелегенә һәр саҡ һоҡланабыҙ”Радий Хәбиров: “Беҙ белорус дуҫтарҙың эшлеклелегенә һәр саҡ һоҡланабыҙ”
Радий Хәбиров: “Беҙ белорус дуҫтарҙың эшлеклелегенә һәр саҡ һоҡланабыҙ”

“Беҙҙең төп терәгебеҙ, бик һәләтле иҡтисади партнерыбыҙ. Беҙ һәр саҡ белорус дуҫтарҙың эшлеклелегенә һоҡланабыҙ”, – тип тә белдерҙе Радий Фәрит улы.

БР Башлығы сығышында әйтеүенсә, Башҡортостан менән Белоруссияның хеҙмәттәшлек буйынса “юл картаһы”нда 400 пункт. Һәм һәр береһе эҙмә-эҙлекле рәүештә үтәлә, ике яҡтан да контролләнә.

“Мы уже идем дальше. Безусловно, Беларусь - важнейший торговый партнер. У нас рост идет существенно, об этом сегодня все коллеги, наши друзья, говорили. Мы идем дальше. Это, конечно, промышленная кооперация. Вот пример с «Амкадором». Это уже перевернутая страница, потому что мы уже в тот же год заложили новое предприятие – 40 тыс кв м. и благодаря компетенции машиностроителей Белоруссии мы впервые в республике будем выпускать тяжелую строительную технику. И для нас это очень важно”, – тине республика етәксеһе.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас