"Муза" - махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙ ул. Әле ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан.
"Бөгөн "Муза" менән осраштым. Ҡарап тороуға бик баҫалҡы, нәфис кенә ханым, ә аралаша башлаһаң, уның ни тиклем көслө икәнен аңлайһың. Ул былтыр контракт төҙөгән. Тәүҙә ярты йыллап военкомат юлын тапаған, алғы һыҙыҡҡа ебәреүҙәрен һораған. Ул эвакуация төркөмөндә эшләй. Өйҙә уның менән ғорурланған ғаиләһе, эштә хеҙмәттәштәре көтә", - тип яҙған хакимиәт башлығы "Бәйләнештә".
"Муза" "За спасение погибавших" миҙалына лайыҡ булған.
Афарин! Иҫән-һау тыныс тормошҡа әйләнеп ҡайтырға яҙһын!
Фото: Рустем Газизов (vk.com)