Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Июнь 2024, 03:00

Универсаль ыуалыусан ҡамыр

Бәй, бөтә сер боҙло һыуҙамы икән әллә?

Универсаль ыуалыусан ҡамырУниверсаль ыуалыусан ҡамыр
Универсаль ыуалыусан ҡамыр

Шәкәрле (ыуалып торған) ҡамыр (песочное тесто) әҙерләү өсөн түбәндәгеләр кәрәк:

200 г он, 100 г һалҡын аҡ май, 50 г шәкәр, бер йомортҡа, өс-биш ҡалаҡ боҙло һыу, тәменсә тоҙ.

Онға киҫәктәргә бүленгән йә ҡырылған һыуыҡ (хатта бер аҙ туң) майҙы һалырға. Әүәләргә. Бындай төр ҡамырҙы оҙаҡ баҫырға ярамай, тиҙ-тиҙ генә бутарға. Шунан шәкәр ҡушып, тоҙ һибеп, тағы әкрен генә әүәләргә.

Йомортҡа һытып, туғып, өйөлгән ондоң уртаһына ҡойорға. Шунан берәр ҡалаҡлап ҡына һыуыҡ һыу һалып, ҡамыр баҫырға. Ҡамыр йомшаҡ булһын, тиһәгеҙ, күберәк һыу һалығыҙ. Шар яһап, шыптырға төрөп, 30 – 40 минутҡа ултыртып тороғоҙ. Һыуытҡысҡа оҙағыраҡҡа ла ҡуйырға була. Ыуалыусан ҡамыр әҙер.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас