Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Июнь 2024, 19:02

Түләнмәгән һалымдар арҡаһында фатирынан яҙыуы ихтимал...

Өфөлә йәшәгән 36 йәшлек ҡатын оҙаҡ ваҡыт мөлкәт һалымдарын түләмәй һәм байтаҡ бурыс йыя. Приставтарҙың башҡарма производствоны ҡуҙғатыуын әһәмиәтһеҙ һәм тиҙ арала хәл итеүҙе талап итмәгән нәмә тип һанай. Түләмәү эҙемтәләре тураһында ла артыҡ борсолмай.

Түләнмәгән һалымдар арҡаһында фатирынан яҙыуы ихтимал...Түләнмәгән һалымдар арҡаһында фатирынан яҙыуы ихтимал...
Түләнмәгән һалымдар арҡаһында фатирынан яҙыуы ихтимал...

Башҡарма производство сиктәрендә ҡатындың күсемһеҙ милке - фатиры булыуы асыҡлана. Мәжбүри башҡарыу сараларының береһе сифатында суд приставы-башҡарыусы торлаҡ бинаны ҡулға алыу тураһында ҡарар сығара. Граждандың һалым түләүҙәре буйынса бурыстарын ирекле түләү өсөн 5 көнө бар. Әгәр бурыс ваҡыты үткәндән һуң сумма үҙгәрешһеҙ ҡалһа, суд приставтары мөлкәтте баһалауға һәм артабан һатыуға тапшыра, ә алынған аҡса бурысты түләү иҫәбенә китәсәк. Был турала Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Фото: https://vk.com/ufsspporb

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас