Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Июнь 2024, 13:00

Ниндәй үҫемлектәр көлдө яратмай?

Ҡарбуз, редис, ҡуҙғалаҡ, роза, азалия, циния, гортензия сәскәрен көл менән туҡландырырға ярамай.

Ниндәй үҫемлектәр көлдө яратмай?Ниндәй үҫемлектәр көлдө яратмай?
Ниндәй үҫемлектәр көлдө яратмай?

Шулай уҡ туя, артыш, ҡарағас, шыршы ағас көлөн яратмай.

Был органик ашлама менән әле генә ултыртылған үҫемлектәрҙе лә туҡландырыу артыҡ. Сөнки көлдә күп минераль тоҙҙар бар. Артыҡ ашлама күләме лә насар, йәшелсәнең үҫешен тотҡарлауы ихтимал. Тупраҡтың һелтелеге нығытылмаған үҫентеләрҙе көл менән ашлау кәңәш ителмәй, сөнки унда күп һанлы минераль тоҙҙар бар.

Артыҡ көл күләме йәки уны һелтеле тупраҡҡа индереү үҫемлектәрҙең үҫешенә кире йоғонто яһай. Тупраҡтың һелтелелеге артыуы туҡлыҡлы матдәләрҙе үҙләштереүгә ҡамасаулай.Бының билдәһе булып хлороз йәки япраҡтарҙың һарғайыуы тора.

 

 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас