Көндөҙгө сәғәт 12-ләр тирәһендә Бәләбәй-Николаевка-Туймазы автомобиль юлының 37-се километрында "Renault Duster" һәм "Geely Emgrand X7" машиналары бәрелешә. Ике автомобиль дә бәрелештән һуң кюветҡа оса. Автомобиль аварияһы һөҙөмтәһендә ике бала йәрәхәтләнеп, дауаханаға оҙатылған.
Көндөҙгө сәғәт икеләр тирәһендә Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск автомобиль юлының 238-се километрында "Киа Рио" һәм "Лада Веста" бәрелешкән. Һөҙөмтәлә "Киа Рио" автомобиленән 4 кеше, шул иҫәптән 3 бәлиғ булмаған бала зыян күрә. Төрлө йәрәхәттәр менән улар дауаханаға оҙатылған.
Был авариялар буйынса тикшереү башланған.
Фото: БР Дәүләт автоинспекцияһы, БР Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.