Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Июнь 2024, 17:30

Илек (ҡоралай) балаһы нығынғансы бына ошолай йәшенеп ята икән

Әбйәлил районының Амангилде ауылында булған күренеш видеоһын күрһәтәбеҙ. Бер ағай урманға барып йығылып ятҡан ағастарҙы алып ҡайтам тип ботап йөрөһә ғәжәйеп табылдыҡҡа юлыҡҡан.

Илек (ҡоралай) балаһы нығынғансы бына ошолай йәшенеп ята икәнИлек (ҡоралай) балаһы нығынғансы бына ошолай йәшенеп ята икән
Илек (ҡоралай) балаһы нығынғансы бына ошолай йәшенеп ята икән

- Ҡараһам, бер нимә ятҡан кеүек. Илектең балаһы булған. Фәнил бажа менән икебеҙ инек, бергәләшеп тегене таяҡ менән үләндәрен ҡалҡытып ҡарап йөрөнөк. Аҙаҡ был ҡасты.

- Инә илек балаһын шулайтып ҡалдырып китә лә, был эшкинеп нығынып, яҡшылап йөрөп киткәнсе шунда тик ята. Аҙаҡтан әсәһенә эйәреп йөрөй башлай, - ти видео авторы. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас