Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Июнь 2024, 11:00

Диабеттан ниндәй дарыу үләндәренең файҙаһы бар?

Ҡанда шәкәр икмәлен кәметергә  иң ныҡ ярҙам иткән үләндәр –   ҡыҙыл көртмәле, ҡайын еләге,  лавр япрағы,  дегәнәк,  әстерхан сәтләүеге, сирень бөрөһө,  фасоль ҡабығы,  ҡара көртмәле һәм гөлйемеш. 

Диабеттан ниндәй дарыу үләндәренең файҙаһы бар?Диабеттан ниндәй дарыу үләндәренең файҙаһы бар?
Диабеттан ниндәй дарыу үләндәренең файҙаһы бар?

  Шәкәр кимәлен кәметеү өсөн аҙыҡ-түлектән  арбузды,  кәбеҫтәне, сөгөлдөрҙө,  кишерҙе, һарымһаҡты, һуғанды, укропты, әсе алманы, зәйтүн майын, диңгеҙ кәбеҫтәһен ҡулланырға мөмкин.

Ә үлән төнәтмәләренә килгәндә, түбәндәгеләрҙе  әҙерләп эсергә була.

  1. Ҡыҙыл көртмәле япрағы, ҡайын еләгенең  бөтә өлөшөн, бәпембә тамыры,  гөлйемеш емеше,  етен орлоғо, һоло һаламы, мелисса үләнен  бер үк күләмдә алып,  ваҡларға. 8 г ошо үләндәрҙең онтағына 300 мл  ҡайнар һыу ҡойоп, пар өҫтөндә  15 минут парҙа тоторға һәм бер сәғәт йылы урында төнәтергә. Көнөнә  дүрт тапҡыр ашарҙан 15 алда  1/3 стакан эсергә.
  2. Бер үк күләмдә юшан үләне (вероника), ҡайын япрағы, кесерткән үләне, дегәнәк тамыры, ҡарар ҡарағат япрағы, алма ҡабығы, етен орлоғо алына. 8 г ошо үләндәр тупланмаһына  300 мл ҡайнар һыу ҡойоп, пар өҫтөндә 15 минут тоторға һәм термоста  2 сәғәт төнәтергә.  Көнөнә өс-дүрт тапҡыр 1/3 –  1/2 стакан эсергә.
  3. Кесерткән үләне, бәпембә тамыры, миләш  емеше, ҡара көртмәле үҫентеһе, гөлйемеш емеше, бөтнөк үләне шулай уҡ бер үк күләмдә алына. 6 г ошо үләндәрҙең онтағына 350 мл ҡайнар һыу ҡойоп, парҙа 10 минут йылытырға, һуңынан йылы урында 3 сәғәт төнәтергә.  Бөтә төнәтмә  ашар алдынан өс-дүрт тапҡыр  эсеүҙә бөтөргә тейеш.
  4. Ҡыҙыл көртмәле япрағы, ҡайын еләге япрағы, дегәнәк тамыры, ҡомалаҡ, ҡара көртмәле шытымы, бөтнөк үләне шулай уҡ һәр береһе бер үк күләмдә алына.  8 г  ошо үләндәрҙең онтағына 300 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 2 минут ҡайнатырға  һәм 2 сәғәт термоста төнәтергә.  Ашарҙан  10 минут алда 1/3 – ¼ стакан эсергә.
  5. Ҡыҙыл көртмәле япрағы, һары мәтрүшкә, әстерхан сәтләүеге япрағы, сирень бөрөһө, андыҙ тамыры, фасоль ҡабығына (8 г)  400 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут парҙа тоторға һәм  2 сәғәт йылыла  төнәтергә. Әҙер булғас, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 10 минут алда яртышар стакан эсергә.

Ошо төнәтмәләрҙе  ай ярым – ике ай эскәндән һуң   күп ауырыуҙың  углеводтар һәм май алмашыныуы нормаға килә. Әммә фитотерапияны курслап үтергә кәрәк, йәғни  ике – өс ай эскәндән һуң  ике – өс аҙна ял итеп алырға кәрәк.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас