Ҡылысъяпраҡ (икенсе төрлө уны бысағүлән тип тә йөрөтәләр) быуындарҙы дауалау өсөн иң яҡшы үлән иҫәпләнә. Ҡағиҙә булараҡ, һыҙлаған быуындарҙы уның спиртлы төнәтмәһе менән ыуырға ҡушалар. Уны әҙерләү өсөн 50 г киптерелгән йәки 150 г яңы ҡаҙып алынған тамырға 0,5 л араҡы ҡойоп, өс аҙна буйы ҡараңғы урында төнәтергә. Ваҡыты-ваҡыты менән уны болғатып торорға онотмағыҙ. Төнәтмә ҡара һоро төҫтә булырға тейеш, асыҡ һалам төҫөндә түгел.
Ҡайһы бер халыҡ табиптары уны көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр ҡалаҡ эсергә лә кәңәш итә.
Кемдәргә спирт ярамай, төнәтмәне икенсе төрлө әҙерләргә мөмкин: 2 ҡалаҡ үләнгә 0,5 ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәтергә. Уны көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда 100-әр г эсергә. Ай һайын унар көнлөк ял ойоштороп, ярты йыл дауаланырға тура киләсәк.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.