Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Июнь 2024, 16:42

Батыр игеҙәк ҡыҙҙар!

Ишембай районының Ҡарайған ауылында шәхси йортта янғын сыҡҡанда, әсә һәм ете бала йоҡлап ятҡан булған.

Батыр игеҙәк ҡыҙҙар!Батыр игеҙәк ҡыҙҙар!
Батыр игеҙәк ҡыҙҙар!

14 йәшлек игеҙәк ҡыҙҙар Эльвина менән Эльвира беренсе булып уяна һәм биш бәләкәй баланы форточка аша сығара, ә һуңынан әсәһен уята. Янғын һүндереүселәрҙе һәм полицияны көткәндә, ҡатын үҙе утты һүндерә. Балалар зыян күрмәй, ә ҡатындың тәне бешкән. 

Хәҙер туғандары ауыл башлығына зарлана. Уларҙың әйтеүенсә, ауыл башлығы янғындан зыян күреүселәргә бер нисек тә ярҙам итмәгән... Ғаилә башлығы, МХО ветераны, госпиталдә дауалана. 

Был турала БашДТП телеграм-каналы хәбәр итә.

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001095950024

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас