Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Июнь 2024, 10:15

«Тағы ла бер маҡсатыма ирештем…»

Рөстәм Нәбиев йәнә бейеклектәр яулай. Был юлы ул Ирәмәлгә күтәрелгән.

«Тағы ла бер маҡсатыма ирештем…»«Тағы ла бер маҡсатыма ирештем…»
«Тағы ла бер маҡсатыма ирештем…»

 – Бәлки ҡулдарҙа Ирәмәлгә артылған кешеләр араһында мин тәүгеләрҙән түгелмендер. Әммә тағы ла бер маҡсатыма ирештем һәм быға шатмын. Күптәр минән, Рөстәм һин күп тауға үрләнең, ә Башҡортостанда бер тауға ла күтәрелгәнең булманы, ни өсөн, тип һораны. Ни өсөн улай килеп сыҡҡандыр, белмәйем. Бәлки быға мин әҙер булмағанмындыр. Мин үрҙәргә күңел асыу, ҡыҙыҡһыныу өсөн генә күтәрелмәйем. Һәр бейеклеккә ниәт, маҡсат һәм һорауҙар менән барам. Был юлы ла изге тауға изге ниәттәр менән барҙым, – ти блогер.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас