Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Июня 2024, 16:30

Һолоноң файҙаһы ҙур

Һоло төнәтмәһе быуындар ауыртыуын дауалауҙа киң файҙаланыла.

Һолоноң файҙаһы ҙурҺолоноң файҙаһы ҙур
Һолоноң файҙаһы ҙур

 Бының өсөн 2 стакан һолоға (ул ҡабыҡлы һәм бөтөн булырға тейеш) 1 л һыу ҡойоп мейестә йә  һыулы кәстүлгә ултыртып, яртыһы ҡалғансы ҡайнатырға.  Һуңынан һөҙөп алып, бер ҡалаҡ бал ҡушырға. Көнөнә өс тапҡыр йылы килеш 150 мл эсергә.

Был төнәтмә менән һыҙлаған быуындарға компресс та эшләргә мөмкин.

Халыҡта һоло һаламы менән  шифалы ванналар ҙа киң ҡулланыла.  Бының өсөн 1 кг һаламды бер биҙрә һыуҙа ҡайнаталар ҙа, һыу тултырылған ваннаға өҫтәйҙәр.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас