Ир булығыҙ !
Ир булығыҙ, ирҙәр, ғаилә ҡорғас,Ауырлыҡтан һис тә ҡасмағыҙ.Еңел тормош эҙләп, елдәй елләп,Көндө төнгә ялғап ятмағыҙ.Үрнәк булығыҙ һеҙ ҡыҙ - улдарға,Улар тойһон йөрәк йылыһын.Оло мөхәббәттең ҡосағындаҮҫһен тиһәң килер быуының.Ир булығыҙ, ирҙәр, йолҡоп ташлапЙәнегеҙҙән насар холоҡто.Наркотикка, эскелеккә батып,Һайламағыҙ берүк ҡоллоҡто.Атай булып, иңгә һалығыҙсыҒаиләгеҙҙең ауыр йөктәрен.Ҡатын-ҡыҙҙың күңел хәстәрҙәреЯманлыҡтан ергә сүкмәһен.Гөлнас ФӘЙЗУЛЛИНА