Тикшереүҙәр асыҡлауынса, дүрт ир (һаҡ агентлыҡтары хеҙмәткәрҙәре, аутсорсинг буйынса һаҡ хеҙмәте күрһәтеүсе йәки супермаркет селтәренең контролерҙары), үҙҙәренең ҡорбандарын магазиндарҙа урлашыуҙа ғәйепләп, аҡса талап итеү маҡсатында енәйәт төркөмөнә берләшкән.
2023 йылдың мартында йәш егетте урлап, бикләп тотоп, уны ныҡ итеп туҡмайҙар, көсләйҙәр. 2022 йылдың ноябрь-декабрендә фигуранттарҙың береһе магазиндарҙан урлашыуҙа ғәйепләп, тағы ла ике граждандан аҡса талап итә, уларҙың паспорттарын, телефондарын һәм башҡа ҡиммәтле әйберҙәрен тартып ала. 2023 йылдың февралендә ғәйепләнеүселәрҙең береһе иптәше менән бергә (уға ҡарата енәйәт эше айырым производствоға бүленгән), көс ҡулланып һәм ҡулдарына бығауҙар тағып, супермаркеттың элекке хеҙмәткәре менән бергә танышын урлайҙар, 60 мең һум аҡса талап итәләр. Ҡыҙ баш тартҡас, енәйәтселәр уларҙы ҡала буйлап машинала йөрөтә, енәйәт яуаплылығы һәм язалау менән янайҙар, шулай уҡ уларҙың паспорттарын урлайҙар.
Зыян күреүселәр хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. Тикшереү комитеты тәфтишселәре һәм криминалистары һәм ФСБ хеҙмәткәрҙәренең берлектәге оператив-тикшереү саралары һөҙөмтәһендә енәйәт төркөмөнөң эшмәкәрлеге туҡтатыла, ә уның бөтә фигуранттары ҡулға алына. Яҡын арала енәйәт эше судҡа ҡарау өсөн ебәреләсәк.
Фото: БР Тәфтиш комитеты.