Бөтә яңылыҡтар

Бала сылбыр йотҡан

Нимә генә йотмай балалар?! Ярай, был баланың эске ағзалары зыян күрмәгән...

Бала сылбыр йотҡан
Бала сылбыр йотҡан

Башҡортостанда табиптар өс йәшлек баланың сылбыр йотоуын асыҡлаған. Ҡорһаҡ ҡыуышлығында сит есем булыуына шик булғас, кескәй пациент Раевка ауылындағы үҙәк район дауаханаһына килтерелә. Рентген эстә металл предметтың булыуын раҫлай. Баҡтиһәң, был сылбыр булған. Бәхеткә күрә, ул етди зыян килтерергә өлгөрмәй, баланың организмынан тәбиғи юл менән сыға.

   Раевка үҙәк дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире, табип-хирург Рафаэль Саяпов һүҙҙәренсә, 6 айҙан 3 йәшкә тиклемге пациенттарҙа сит есемдәр тын юлдарында ғына түгел, бронхтарҙа, аш һеңдереү юлында ла була.

 – Йыш ҡына тын юлдарында аҙыҡ, сәтләүек, орлоҡ һәм борсаҡ фрагменттары була. Шулай уҡ органик булмаған әйберҙәр– төймәләр, скрепкалар, түңәрәк батареялар, магниттар һәм башҡалар осрай. Бындай осраҡтарҙа тын юлдарында шешеү процесы, бронх тығыны, тын алыу туҡтауы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Аш һеңдереү тракты ағзаларында сит есемдең булыуы эсәктәрҙең тығылыуына, тирә-яҡ туҡымаларҙа эренле процестың үҫешенә килтерә. Мәҫәлән, бала  батарея йотһа, туҡымалар ғына шешмәй, аш һеңдереү юлы ла яна,–тигән табип.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: