Альберт Зәйнуллин яуҙағы батырлыҡтары өсөн илдең иң юғары наградаһы менән билдәләнгән - уға Йондоҙҙо Президентыбыҙ таҡҡан.
"Альберт - Беренсе донъя һуғышы батыры, өс тапҡыр Георгий тәреһе менән бүләкләнгән Хәлит Зәйнуллиндың бүләһе. Табын ырыуынан улар. Рәсәй Геройын яҡташтары бик хөрмәтләп ҡаршыланы. Йылы осрашыу булды", - тип яҙа Байымов.
Альбертҡа һаулыҡ һәм имен-һау тыуған яғына тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!
Фото: Альфир Баимов (vk.com)