Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Июня 2024, 15:30

Тәмәке арҡаһында кешеләр йортһоҙ ҡала

Уҙған тәүлектә республикала 22 янғын сыҡҡан.

Тәмәке арҡаһында кешеләр йортһоҙ ҡалаТәмәке арҡаһында кешеләр йортһоҙ ҡала
Тәмәке арҡаһында кешеләр йортһоҙ ҡала

Статистика күрһәтеүенсә, торлаҡ йорттарҙағы янғындарҙың күпселеге ут менән һаҡһыҙ эш итеү арҡаһында сыға. Иң киң таралған сәбәп - тәмәке тартыу. 

Кескәй генә осҡондан, тәмәке төпсөгөнән башланған янғын күрше йорттарға һәм фатирҙарға ла хәүеф менән янай, кешеләрҙең һәләк булыу ихтималлығын арттыра.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты тағы ла бер тапҡыр иҫкәртә: бина эсендә, бигерәк тә иҫергән килеш, тәмәке тартыу ғүмер өсөн үтә хәүефле!

Фажиғәләрҙе булдырмаҫ өсөн тәмәке тартҡанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ:

- тиҙ янып китеүсе һәм янар шыйыҡсалар эргәһендә тәмәке тартмағыҙ;

- махсус тәғәйенләнгән урындарҙа ғына тәмәке тартығыҙ;

- шырпыны, тәмәке төпсөгөн яҡшылап һүндерегеҙ!

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас