Ер еләге – 1 кг
Шәкәр – 1 кг
Бөтнөк (кипкәне лә, яңы өҙөлгәне лә бара) – 2 ҡалаҡ
Йыуып таҙартып әҙерләгән еләккә шәкәр бутап, төнгөлөккә һыуытҡысҡа ултыртырға. Һуңынан һутын икенсе һауытҡа бушатып, еләкте уртаса утҡа ҡайнатырға ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡас, һутын һалып, тағы биш минут утта тотоп, шул ваҡытта күпереген алырға. Әкрен генә болғатырға.
Өс тапҡыр ҡайнатып һыуытырға. Һуңғы ҡайнатыуҙа ваҡланған бөтнөк ҡушырға. Тәмле булһын!