***
Үпкәләшмәүгә лә хәҙерКөн билдәләп ҡуйғандар.Буш ҡалмай бит, күр бер көн дә,Ҡайҙан уйлап тапҡандар?Кәйефеңде боҙһалар,Юл ҡуйырға ла өйрән,Үпкәләгәнде һиҙҙермәй,Һөйләш башҡалар менән.Үпкәләү – бик насар ғәҙәт,Буһын ул ваҡытлыса,Ауыр ишетелгән һүҙҙеУҙҙыр һин тыныс ҡына.Әгәр кәйефегеҙ төшһә,Һүҙеңде икенсегә бор,Фекереңде үҙгәртеп,Өндәшмәй бер аҙ тор.Күп сирҙәрҙең, нигеҙендәҮпкәләү ята тиҙәр,Ҡартаялар ти иртәрәк,Үпкәләмәгеҙ тимәк!Үпкәләмә, үпкәләтмә,Уйлап һәр ваҡыт һөйләш,Хәтер ҡалырлыҡ булмаһын,Бына һиңә шул кәңәш!Фәймә Зайнуллина