Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Июнь 2024, 07:08

Ямғыр эҙемтәләре

Киске сәғәт туғыҙҙан алып иртәнге сәғәт алтыға тиклем баш ҡалала ағастарҙың ҡолауы, ҡыйыҡ элементтарының аҡтарылып төшөүенең 83 осрағы теркәлгән. 

Ямғыр эҙемтәләреЯмғыр эҙемтәләре
Ямғыр эҙемтәләре

Индустриаль шоссела административ бинаның 200 кв.м. майҙанда ҡыйығы аҡтарылып сыҡҡан.

27 машина зыян күргән. Шулай уҡ электр линиялары өҙөлгән, светофорҙар, туҡталыштар емерелгән.

Бөтә ашығыс хеҙмәттәр ел-дауыл, ямғыр эҙемтәләрен бөтөрөү өҫтөндә эшләй.

Фото: МЧС РБ. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас