Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Июнь 2024, 18:00

Асҡын районының талантлы педагогы Раушания Хажиәкбәрова ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Асҡын районының талантлы педагогы Раушания Хажиәкбәрова ижадынан бер шәлкемАсҡын районының талантлы педагогы Раушания Хажиәкбәрова ижадынан бер шәлкем
Асҡын районының талантлы педагогы Раушания Хажиәкбәрова ижадынан бер шәлкем

Раушания ХӘЖИӘКБӘРОВА 1963 йылдың 18 июнендә Алъяғыш ауылында тыуа. Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлап, Урманлыкүл башланғыс мәктәбендә уҡыта. Ғаилә ҡорғас, Свердловск өлкәһенең Ревда ҡалаһына күсенәләр. 30 йыл балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, 2014 йылда тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайталар.

 

Тәрбиәсе бәхете
Йомро-йомшаҡ матур себештәр
Көнө буйы йүгерә янымда.
Донъя мәшәҡәте, ығы-зығы
Һиҙелмәй ҙә улар янында.
Тәрбиәсе апай булып һеҙгә
Бар донъямды хатта оноттом.
Ғүмеремде һеҙгә бағышланым,
Үҙ баламдай һеҙҙе яраттым.
Йылдар үтте, һеҙ ҙә берәм-берәм
Үҫеп ҡанат ҡаға торҙоғоҙ.
Матур йомро, йомшаҡ себештәрҙән
Ғорур аҡҡош кеүек булдығыҙ.
Үҫеп етеп, ҙур кешеләр булып
Матур итеп донъя ҡорҙоғоҙ.
Рәхмәт менән мине онотмайса
Хәл белешеп кенә торҙоғоҙ.
Ябай тәрбиәсе апай өсөн
Иң ҙур бәхет һеҙҙең ихтирам.
Үҙ эшеңдең һөҙөмтәһен күреү –
Бынан да ҙур бәхет ҡайҙа бар?

Әсә күңеле
Әсә күңеле дала, тиҙәр,
Тылсымлы ла, киң дә ул.
Ошо күңелдән башлана
Һәр кемдең дә юлдары.
Әсә күңлен дингеҙ, тиҙәр,
Унда күпме изгелек?!
Ҡәҙерләп, һөйөп үҫтергән
Бала өсөн хәстәрлек.
Әсә күңелен ҡояш, тиҙәр,
Унда күпме йылылыҡ?!
Бала өсөн ут йотҡанда
Донъяны ут ялмарлыҡ... 

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас