Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Июня 2024, 10:30

Ток һуҡҡанда беренсе ярҙам

Иң беренсе сиратта зыян күреүсенен электрҙың йоғонтоһонан арындырырға кәрәк: электрҙы һүндерергә, зыян күреүсенең өҫтөнән электр сымын алырға һ.б.

Ток һуҡҡанда беренсе ярҙамТок һуҡҡанда беренсе ярҙам
Ток һуҡҡанда беренсе ярҙам

     Әммә токтан һуғылған кешегә ялан ҡул тотонорға ярамағанлығын белеү мөһим.  Электр сымын ҡоро таҡта киҫәге, таяҡ йәиһә резина бирсәткә кейеп кенә алып ташларға ярай. Аяғы аҫтына  ҡоро таҡта йәиһә быяла һалырға, йә булмаһа уны кейеменән тартып, электр сымынан шылдырырға мөмкин.  Ҡулығыҙға ҡоро бирсәткә кейергә онотмағыҙ.

Һуңынан зыян күреүсене арҡаһына һалып, кәүҙәһен бер аҙ ғына ҡалҡыта биреп, билбауын, яғаһын ысҡындырығыҙ.  Йөрөге эшләп китһен өсөн, түшенә ипләп кенә ике ҡуллап баҫврға кәрәк. Ҡулығыҙҙан  килгән ярҙамды күрһәткәс,  "Ашығыс ярҙам" саҡыртығыҙ. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас