Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Июня 2024, 06:30

Серәкәй тешләһә...

Серәкәй тешләһә ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙе һөртөргә була    

Серәкәй тешләһә...Серәкәй тешләһә...
Серәкәй тешләһә...

Боҙ. Серәкәй тешләгән урын, ғәҙәттә, ҡыҙара башлай.  Организм шулай итеп инфекцияға ҡаршы көрәшә башлай. Һыуыҡ боҙ бөжәк тешләгән урындағы ҡыҙарыуҙы, шеште кәметә. 

Сода. Ярты стакан һыуға бер ҡалаҡ сода һалып эретәбеҙ. Бинт йәки мамыҡты ошо  эретмәгә манып, серәкәй тешләгән урынға ҡуйып торабыҙ. Тәндә ундай урындар күп булһа, ошо эретмә менән ыуынабыҙ.

Аш һеркәһе. 1/3 стакан һыуға бер аш ҡалағы 9 процентлы аш һеркәһе һалып болғатабыҙ. Серәкәй тешләгән урындарҙы ошо ҡатнашма менән эшкәртәбеҙ. Аш һеркәһе составындагы кислота ҡысытыуҙы баҫа. Ҡанэскес тешләгән урын ҡыҙармай.

Ҡаймаҡ, эркет һыуы. Һөт ризыҡтары серәкәй тешләгән урынды тынысландыра, ҡысытыуҙы баҫа.

Иң мөһиме – ҡысып торған урынды тырнарға ярамай, тире аша инфекция инеү ҡурҡынысы бар.

 

 

Фото: chto-proishodit.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас