Тыуған көн үткәреү өсөн өлкәндәр компанияһы Өфө районының Князево ауылында ҙур йортто ҡуртымға ала. Табын үткәргәндән һуң бассейнда һыу инәләр. Ҡунаҡтар һуңынан үҙҙәрен насар тоя башлай. Бассейндағы хлор еҫе менән ағыуланғандарын аңлап, “Тиҙ ярҙам” саҡырталар.
- Мин һыуҙың шул тиклем ҡаты булыуына шунда уҡ иғтибар иттем. Һыу инеп сыҡҡас,күҙ әсетә башланы, тын алыуы ауырлашты, – тип һөйләй ағыуланыусыларҙың береһе. Ҡунаҡтарҙың араһында бер бала ла булған.
Әлеге көндә йорт хужаһын прокуратура тикшерә.
Әйткәндәй, былтыр ноябрь айында ла ошо өйҙөң мунса комплексында һыу инеүселәр хлор парҙары менән ағыуланғайны. Күрәһең, хужаға был хәл һабаҡ булмаған икән.
Фото: travelask.ru