22 июндә илебеҙ Хәтер Һәм ҡайғы көнөн билдәләй. Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-тарихи паркында «Хәтер шәме» акцияһы үтте. Унда ирекмәндәр һәм курсанттар менән бергә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Экспозицияны мең шәмдән Бөйөк Ватан һуғышы символына әүерелгән “Комбат” фотоһы рәүешендә төҙөйҙәр.
83 йыл элек кешелек тарихында иң ҡурҡыныс һуғыш мәкерле һуғыш башлана. Унда 27 миллиондан ашыу совет гражданы – хәрбиҙәр, ҡарттар, балалар, тыныс халыҡ һәләк була.
- Был, ысынлап та, иң ҡурҡыныс фажиғәләрҙең береһе.Халҡыбыҙ тарихында иң ҙур юғалтыу. Хәтер Һәм ҡайғы көнөн оноторға хаҡыбыҙ юҡ, сөнки ул беҙгә көс бирә, беҙгә ниндәй илдә йәшәүебеҙҙе һәм ата-бабаларыбыҙҙың ниндәй булыуын аңларға ярҙам итә. Беҙ Бөйөк Ватан һуғышында еңеүебеҙ менән ғорурланабыҙ.Бөйөк Еңеүгә киләһе йыл 80 йыл тула. Әммә йәнә беҙҙең егеттәр алғы һыҙыҡта тора. Хәтерҙе юҡ итеп булмай, һәм был хәтер беҙҙе барыбыҙҙы ла көслөрәк итә», - тип билдәләне Радий Хәбиров Һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алырға тәҡдим итте.
“Хәтер шәме” – бөтә Рәсәй акцияһы. Унда ҡатнашыусылар 2009 йылдан алып йыл һайын 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар хөрмәтенә шәмдәр тоҡандыра. Башҡортостандан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарына 710 меңдән ашыу һалдат китә, уларҙың 300 меңгә яҡыны һәләк була.