Булат ТИМЕРҒӘЛИЕВ 1964 йылдың 14 июнендә Яңы Собханғол ауылында тыуа. 1992 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының худграф факультетын тамамлай. Өс йыл “Йәшлек” гәзитендә эшләгәндән һуң, тыуған яғына ҡайта. Тәүҙә Һарағы мәктәбендә һынлы сәнәғәт буйынса уҡытыусы булып эшләй. Аҙаҡ редакцияға эшкә күсә – бөгөнгө көндә “Таң” район гәзитенең фотокорреспонденты.
КҮРӘНТУҒАЙ
Һәүәнәккәй буйы аҡ томанлы,
Үҙәндәре йыл да торналы.
Өстамаҡта булыр йылға башы,
Кисеүе күп, юлы бормалы...
Күрән генә туғай, ай, күркәм дә –
Күрге килә ҡат- ҡат күрһәм дә.
Ҡаршы тауҙар башы йыр тыуҙыра,
Итәгендә сейә тирһәм дә.
Күрәнтуғай буйы – шәп сабынлыҡ,
Ҡолас ташлап бесән сабырлыҡ.
Инде хәҙер күңел төйәге һин,
Йырҙарыма көй-моң табырлыҡ!
АЛДЫ АСЫҠ - АЛАСЫҠ
Аласыҡтар кәмер бер заманда,
Нисек һөт йылынһын мейестә?
Ҡул-сепарат хәҙер ялға сыҡҡас,
Саңланалыр берәй мөйөштә...
Күптәр өсөн тәмле хәтирәлер –
Икмәк бешкән мәлдәр мейестә.
Утлы сағын иҫләп шуға мейес,
Өнһөҙ ултырғандай мөйөштә...
* * *
Дүрт тарафлы минең ҡиблам,
Ҡайҙа баҡма – тауҙарым.
Ҡояш ҡалҡһа Әфәнденән,
Баҙал – ҡояш ауҙарым.
Йөҙәкәйҙә - көн оҙоно,
Бәйет – Тимер ҡаҙыҡлы.
Бәйет тауын үрләгәндәр,
Булыр рухи аҙыҡлы.
Мин дә һинән юл алырмын,
Фатихаңды – аҡ юлға.
Һинең үрҙән яҡын булыр,
Ынтылыуы Аҡбуҙға.
Юл сығырбыҙ икәүләшеп -
Һары алтын табырҙар.
Моратына ирешерҙәр,
Түҙемлеләр, сабырҙар.
Битте йыуһын Улаҡ һыуы,
Ҡаршыларға Мәсемем.
Мәсемташтан бер баҡмаһам,
Табылмаҫтыр исемем...
Урау юлдың ниһе яҡшы,
Ир-егеткә – һуҡыр ҡыҙ.
Мәңгелектең хатын алып,
Икәү асып уҡырбыҙ!