Сырмалсыҡ , эт эсәге (вьюнок полевой)– оҙон һабаҡлы, сырмалып үҫкән үлән.
Унан йәшелсә баҡсаһын тиҙ генә арындырып булмай. Сырмалсыҡтың тамырҙары 6 метр тәрәнлеккә тиклем төшә ала. Өҙөлөп ҡалған өлөштәренән дә үҫеп китергә һәләтле. Был үлән йәшелсәне үҫтермәй.
Баҡсағыҙҙағы сырмалсыҡты ҡаҙып ҡына бөтөрөп булмай. Унан ҡотолоуҙың иң һөҙөмтәле ысулы – гербицидтар менән эшкәртеү. Составында глифосфат булған «Раундап», «Файтер», «Спрут Экстра», «Краган», «Торнадо» препараттарының береһе менән һәр үҫемлеккә һиптереп сығығыҙ.
Тоҙ эретмәһе лә был сүп үләнен һулыта. 10 литр һыуға 1,5 кг тоҙ иҙеп һиптерегеҙ. Тупраҡтың әселеген кәметеү маҡсатынан доломит оно һәм эзбиз менән эшкәртһәгеҙ ҙә, сырмалсыҡ үрсей алмаясаҡ.
Сүп үләндәре ҡотороп үҫмәһен өсөн баҡсаны яҙғыһын ғына түгел, уңыш йыйып алынғас та, һөрҙөрөгөҙ.
Фото: klau.club