Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Июня 2024, 16:00

***

Һыныр тип тә мине көткәндәр бар, Һынмағанмын әле, һынмағанмын. Тыныр тип тә мине көткәндәр бар, Тынмағанмын, әлдә тынмағанмын. Тоҡандырам усаҡ - утты тотам, Гөлдәргә һыу һибәм - дымды тотам. Хәләл икмәгемде ҡайырып теләм, Тыуыр балаҡайға бишек эләм. Мин - ҡатын-ҡыҙ. Абынһам да, Үҙ-үҙемә тотоноп туры ҡалам. Мине һайламайҙар - мин һайлайым, Һайлағанға йәнә тоғро ҡалам. Эйәләштерәмен ҡырағайҙы - Һалҡын ҡараш, ҡырыҫ холоҡтарҙы, Ары ташлап бары ирҙәр өсөн Ҡулай булған беше ҡороҡтарҙы. Мин - ҡатын-ҡыҙ. Күптәр түгел,- Берәү һынар минең атҡарғанды. Күңел күҙе менән күреп таныр Тыштан түгел, эстән яҡтырғанды. #РәмзиләХисаметдинова

******
***

Фото: Т. Аманов 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас