– Бөгөн беҙ, шул иҫәптән төбәк башлыҡтары менән берлектә, «Тормош өсөн инфраструктура» яңы милли проекты буйынса әүҙем эш алып барабыҙ. Комплекслы ҡараш һөҙөмтәһендә инфраструктураны үҫтереүҙә системалы эш итергә мөмкин буласаҡ, һәм ул илебеҙҙең һәр кешеһе өсөн иң ҙур синергетик эффект бирә, – тине Марат Хөснуллин.
Вице-премьер шулай уҡ инвестиция-төҙөлөш циклын ҡыҫҡартыу өҫтөндә эште дауам итеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Беҙҙең алда торған төп бурыс – ҡатмарлы, уникаль объекттарҙы иҫәпкә алмағанда, идеянан алып объектты тапшырыуға тиклемге ваҡытты 1 мең көнгә тиклем ҡыҫҡартыу, – тип билдәләне Марат Хөснуллин. – Ошоға бәйле субъекттарҙан ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеге өлкәһендәге норматив акттарын, оптималләштереү күҙлегенән сығып, ҡайтанан ҡарауҙарын, шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын яңыртыу буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу ваҡытын ҡыҫҡартыуға айырым иғтибар биреүҙәрен һорайым.
Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин 2024 йылда милли һәм федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышы хаҡында һөйләне. 1 июнгә илдә 43,8 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, шуларҙың 1,1 миллионы Башҡортостанға тура килә.
Марат Хөснуллин федераль программалар һәм милли проекттар күрһәткестәренә ирешеү буйынса алдынғы төбәктәрҙе билдәләне:
– Пенза, Түбәнге Новгород өлкәләре, Адыгея Республикаһы, Төньяҡ Осетия – Алания, Татарстан, Башҡортостан, Ҡарасәй-Черкес һәм Чечен республикалары ыңғай динамика күрһәтә. Яҡшы һөҙөмтәләр өсөн рәхмәт, темпты кәметмәүегеҙҙе һорайым, – тине вице-премьер.
Сығанаҡ һәм фото: БР Башлығы сайтынан.