Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Июнь 2024, 16:00

Һағындыра

Ожмах ҡына булған икән дә ул, Минең көтөү көткән саҡтарым. Һағындыра хәҙер тоғро этем, Уң ҡанатым булған Саптарым. Һағындыра йәшел үлән еҫе, Ап - аҡ тулҡын төҫлө ҡылғандар. Әллә ҡайҙа буй етмәҫлек ерҙә, Хәтеремдә генә ҡалғандар. Һағындыра моңһоҙ сиңерткәнең, Ялҡыттырғыс оҙон көйө лә. Һағындыра хатта көтөүсенең, Ыҫтар һеңеп бөткән өйө лә. Һағындыра йылға буйҙарына, Хуш еҫ бөрккән муйыл, баландар. Мәтрүшкәләр еҫе аңҡып торған, Ер еләге бешкән яландар... Ығы - зығыларҙы ситкә ҡуйып, Бер күрергә ошо саҡтарҙы. Ҡайтып килер инем, мөмкин булһа Менеп алып юртаҡ Саптарҙы... #МөхәмәтйәрМәғәсүмов

ҺағындыраҺағындыра
Һағындыра

Фото: Т. Аманов 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас