«Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын ғәмәлгә ашырыу барышында Башҡортостандың Үзбәкстан менән тышҡы сауҙа әйләнеше 2024 йылдың тәүге дүрт айы йомғаҡтары буйынса, уҙған йылдың ошо уҡ осорондағы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, 63,5 процентҡа артҡан. Өҫтәүенә үҙ-ара тауар әйләнеше 87 процентҡа Үзбәкстан Республикаһына экспорттан торған.
Быйыл ғинуар-мартта Үзбәкстандан беҙгә металл һәм унан эшләнгән изделиелар, туҡыма, аяҡ кейеме, машиналар эшләү продукцияһы, аҙыҡ-түлек һәм сеймал килтерелгән. 2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса Үзбәкстан Башҡортостан Республикаһының тышҡы сауҙа әйләнешендә 5 урынды алды (3,8% өлөш менән), бер йылда был рейтингта өс баҫҡысҡа күтәрелде.
Фото: Министерство внешнеэкономических связей и конгрессной деятельности Республики Башкортостан.