Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Июнь 2024, 12:36

ВДНХ-ла төбәктең туристик потенциалы менән танышырға мөмкин

Рәсәйҙең "Поехали!" масштаблы күргәҙмәһендә Башҡортостан космолёты үҙенең матурлығы һәм инновационлығы менән килеүселәрҙең иғтибарын йәлеп итә һәм даими ҡыҙыҡһыныу уята.

ВДНХ-ла төбәктең туристик потенциалы менән танышырға мөмкинВДНХ-ла төбәктең туристик потенциалы менән танышырға мөмкин
ВДНХ-ла төбәктең туристик потенциалы менән танышырға мөмкин

Үткән аҙнала күргәҙмәгә килеүселәр төбәктең туристик потенциалы менән таныша алды. Уларға республиканың шифаханалары, тау саңғыһы курорттары, геопарктары һәм туристик базалары менән таныштырҙылар. 500 меңдән ашыу кешене йыйған "Сәйәхәт ит!" форумы сиктәрендә "Янғантау" геопаркы, "Танып" шифаханаһы, "Сауҙагәр 2.0" һәм "Бишбалыҡ" фестивалдәре вәкилдәре үҙҙәренең учреждениелары һәм саралары менән сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ презентациялар үткәрҙе. Көн һайын викториналар, турҙар уйнатыу һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрелгән. Йәш ҡунаҡтар өсөн конкурстар, уйындар һәм ҡыҙыҡлы бүләктәр ойошторолған.

Фото: https://vk.com/museumrb?z=photo-156412368_457262307%2Fwall-156412368_10855

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас